Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2020, 18:49

Дүрт меңгә яҡын торна видеокамераға эләккән

#Йәшлек

Йылы яҡтарға юл тотҡан осар ҡоштарҙы Башҡортостан менән Татарстан сигендә орнитологтар төшөрөп алған. Торналар тубында 4 меңгә яҡын ҡош булыуы билдәле. Ғалимдарҙың үтенесе буйынса ирекмәндәр ҡоштарҙы күҙәтеп тора.
"Өфөнөң ҡоштар атласы" порталы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың Әбйәлил, Архангел, Баҡалы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы һәм Кушнаренко райондары аша торналар тубы осҡан.
Фото: wallpapers.99px.ru
Читайте нас