Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октября 2020, 04:05

Аҡса бысраҡ булһа ла, аҡса, ә кеше?

Психология профессоры бер көн семинарға 10 доллар аҡса тотоп инә.– Йә, кемегеҙ ошоно алырға теләй? – тип һорай ул банкнотаны һелкеп.

Студенттарҙың барыһы ла ҡул күтәрә.
– Ярай улайһа, – ти ҙә профессор аҡсаны йомарлай. – Йә, һаман да алырға теләүсе күпме?
Йәнә тотош аудитория ҡул күтәрә.
– Һм, – тип мут йылмая ғалим һәм долларҙы иҙәнгә һалып тапай. – Алығыҙ.
Йәштәр, алабыҙ, тип баш һелкә.
– Дуҫтарым, һеҙ әле генә фәһемле һабаҡ алдығыҙ. Аҡса ниндәй генә хәлдә булһа ла, үҙенең ҡиммәтен юғалтмай. Йомарланды, иҙелде, ә 10 доллар булыуынан туҡтаманы. Беҙҙең тормошта ла шундай хәлдәр була: кеше түбән тәгәрәй, тапала, иҙелә, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытыла. Бысраҡбыҙмы, фәҡирләнгәнбеҙме, яҡындар тарафынан этәрелгәнбеҙме – беҙ кеше булып ҡалабыҙ. Беҙҙең яратҡан кешеләребеҙ өсөн бер ҡасан да ҡиммәтебеҙ юғалмай....
Фото: Айсын АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас