Башҡортостанда 52 йәшлек Марат Сәғитовты эҙләү башланды. Был хаҡта “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр отрядының ирекмәндәре социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. Уларҙың мәғлүмәтенә яраҡлы, ир Өфө районының Самохваловка ауылында юғалған.
Тышҡы ҡиәфәте: буйы 170 см, ябыҡ кәүҙәле, сәсе һары, күҙҙәре күк.
Юғалған көндө ҡыҙғылт-һары жилет һәм шундай уҡ төҫтәге салбар кейгән булған.
Әгәр ҙә Марат Сәғитовтың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандарын йыйып хәбәр итеүгеҙҙе үтенәләр.