Көндөҙ Ауырғазы районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 80-се саҡрымында, Стәрлетамаҡтан 70 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында "Hyundai Creta"-ға һуғылған.
Аварияла "Лада"ның өс пассажиры - 33, 60 һәм 68 йәшлек ҡатындар яраланған.
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 75 иҫерек водитель тотолған.