Киләһе айҙа, ноябрҙә, бер ял көнөнә күберәк тура килә. Был 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләү менән бәйле.
2020 йылда был байрам шаршамбы көнөнә тап килә. Шуға күрә 3 ноябрҙә ҡыҫҡартылған көн графигы буйынса эшләйәсәкбеҙ, ә шаршамбы – ял.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел республикала тағы бер байрам көнөн индерергә тәҡдим итеүҙәре тураһында яҙғайныҡ – Ҡоролтай депутаттары 8 ғинуарҙа Хеҙмәт ветераны көнөн билдәләргә тәҡдим итә.