Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2020, 03:46

Мөхәббәт осрашыуы ҡан ҡойош менән тамамланған

Ире сәскә, балдаҡ тотоп килгән булған.

Белоретта бер ир сәскә һәм алтын балдаҡты бүләккә ҡабул итмәгән өсөн 43 йәшлек ҡатынын бысаҡ менән сәнскән. Зыян күреүсене дауаханаға һалғандар. 51 йәшлек ир үҙенең ғәйебен таныған. Аяныслы хәл хаҡында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Бер нисә ай элек ҡатыны иптәшенең "һул"ға йөрөүен белеп ҡала һәм тиҙ арала айырылырға ҡарар ҡыла. Әммә ир элекке һөйгәненә ҡайтырға теләп, ике ай үткәс, рауза гөлләмәһе һәм алтын балдаҡ тотоп ҡунаҡҡа килеп төшә. Әммә уның алдан ҡорған барлыҡ пландары селпәрәмә килә. Ире ишектән күренеү менән хәләле уҡлау менән ташлана һәм фатирынан ҡыуып сығара. Ҡаты үпкәләгән әҙәм яҡындағы кибеттән бысаҡ һатып алып килә лә ҡатынына сәнсә.
Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсене ҡулға алған, әлеге ваҡытта тикшереү бара.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас