Тирә-яҡты таҙартырға Усмановтарҙы бер кем дә әйҙәмәй, улар бары тик күңел һәм намыҫ ҡушыуы буйынса эш итә. Әйткәндәй, Фәйзрахман Усманов 2017 йылда "Таҙа Һаҡмар" акцияһын тәҡдим итеүсе булараҡ та билдәле. Тап уның инициативаһы буйынса йылға буйы Әбйәлилдән Ырымбурғаса таҙартылғайны. Ошо саранан һуң күп кенә йылға - күл буйҙары таҙартыла, акциялар үткәрелә башланы.