– Ҡәҙерле Башҡортостан халҡы! Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәхет теләйем, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе. – Беҙ был байрамды ҡатмарлы шарттарҙа ҡаршылайбыҙ. Шулай ҙа бергә бар һынауҙарҙы ла үтә аласаҡбыҙ тип ныҡлы ышанам. Беҙҙең республикала барыһы ла яҡшы буласаҡ.