Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Яңы тренер – 55 йәшлек Рәшит Рәхимов, тыуған ере – Тажикстан. Душанбе ҡалаһының «Памир», Испанияның «Вальядолид», Мәскәүҙең «Локомотив», Австрияның «Аустрия», «Адмиру Ваккер» һәм «Рид» клубтары өсөн сығыш яһаған. 1992-1996 йылдарҙа Тажикстан йыйылма командаһы өсөн уйнай.
2018-2019 йылдарҙа Грозный ҡалаһының «Ахмат», шулай уҡ Пермдең «Амкар», Мәскәүҙең «Локомотив» һәм Австрияның «Адмиру Ваккер» командаларында баш тренер була.
Мәғлүм булыуынса, Рәхимов бик ҡаты һәм талапсан етәксе. Үҙенең туған теленән тыш, урыҫ, немец, испан, үзбәк телдәрендә иркен аралаша. Белгестәр фекеренсә, Рәшит Мөхәмәтҡол улы командаларына ҡаты уйнау стиле хас, әлеге ваҡытта «Өфө»гә ошо кәрәк тә инде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 октябрҙә команданың баш тренеры Вадим Евсеев вазифаһын ҡалдырҙы. Һуңғы осорҙа «Өфө» күп еңелеү кисерҙе, «Зенит»тан 6:0 тар-мар ителде, хатта лиганың аутсайдеры «Ротор» менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Шулай итеп, клуб 6 мәрәй менән 15-се баҫҡысҡа тәгәрәне.