Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октября 2020, 06:41

Театр яңы проект өҫтөндә эшләй

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры “Шайморатов-генерал” театрлаштырылған документаль проектын ҡуйыуға әҙерләй.

Тарихи проект Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Хөрмәтулла Үтәшев.
Театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, сценарий тулыһынса республиканың Милли һәм хәрби-тарихи музейҙары фондының документаль сығанаҡтарына нигеҙләнеп төҙөлгән. Уның консультанты булып Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһай. Спектаклде ҡуйыуҙа шулай уҡ театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров, музыкаль етәксеһе Урал Иҙелбаев, редактор Динарар Ҡәйүмова һәм театр актерҙары ҡатнаша.
Әтйкәндәй, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға арналған спектакль быйыл Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылғайны.
Фото:Башинформ.
Читайте нас