Өфө ҡалаһының һигеҙенсе һанлы ҡала клиник дауаханаһы табиптары Республика көнөнә арналған концертты онлайн-форматта үткәреүҙе үтенә. Үҙҙәренең үтенестәрен улар концертта ҡатнашасаҡ билдәле йондоҙҙарҙың береһе – ДДТ төркөмөнөң лидеры, рок-йондоҙ Юрий Шевчукка мөрәжәғәтләгән. Табиптарҙың һүҙҙәре буйынса, был коронавирустың таралыуын арттырмау өсөн кәрәк.
- Был вирустың таралыуын кәметәсәк, һөҙөмтәлә, стационарҙарға йөкләмә артмаясаҡ. Әгәр ҙә Юрий Шевчук концертын онлайн форматта үткәрергә ризалашһа, концертҡа кешеләр аҙыраҡ килер ине, - тип яҙа табиптарҙың береһе Арина Мельникова социаль селтәрҙәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика түрәләре хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә Өфөлә бер нисә урында байрамға арналған саралар көтөлә. Уларҙың иң ҙуры – Юрий Шевчук, Люмен төркөмө, Томас Мраз, Зәйнетдин, Элвин Грей ҡатнашлығындағы концерт “Ватан” паркында уҙасаҡ.