Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октября 2020, 17:03

Республика көнөндә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Был хаҡта синоптиктар хәбәр итә.

Дөйөм алғанда, Республика көнөндә һауа торошо йылы һәм ҡоро тормаҡсы.
Йәкшәмбегә ҡараған төндө Башҡортостан территорияһында +3…+8 температуралы һауа торошо көтөлә, ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Көндөҙ термометрҙар +11…+16 градус йылы күрһәтәсәк.
Ғөмүмән, аҙна башында һауа торошо йылы булыуы менән ҡыуандырмаҡсы. Дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә һауа температураһы +1…+6 градусҡа, көндөҙ +13…+18 градусҡа тиклем йылыныуы ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика көнөндә Өфөлә ҙур байрам концерты ойоштороласаҡ. “Ватан” паркындағы сәхнәлә бөтә илгә билдәле яҡташтарыбыҙ – Юрий Шевчук, Томас Мраз, Люмен төркөмө һәм Элвин Грей концерт ҡуясаҡ.
Фото: pixabay.com
Читайте нас