Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октября 2020, 16:29

Медицина учреждениеларының эш ваҡыты үҙгәрҙе

#Йәшлек

Бөгөндән 12 октябргәсә республиканың ФАП-тары, поликлиникалары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем байрам графигы буйынса эшләй. «Медицина ярҙамы талап ителгән осраҡта табипты өйгә сәғәт 3-кә тиклем саҡыртып өлгөрөргә кәрәк», – тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, стационарҙарҙа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн запас койкалар булдырылған, етерлек кимәлдә препараттар тупланған. Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм медицина ойошмаларындаға дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән эш тәртибендә эшләй.
Читайте нас