Тәүҙә егеткә Мәскәү номерынан, "банктың именлек хеҙмәтенән" шылтыратып, муттар һинең исемгә кредит алырға йөрөйҙәр, тип хәбәр иткәндәр.
Бындай мутлыҡтар тураһында белгәс, егет шунда уҡ һөйләшеүҙе өҙгән.
Әммә күп тә үтмәгән республика коды яҙылған номерҙан шылтыратып, ир кеше үҙен ведомство хеҙмәткәре итеп таныштырған, банк менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеген аңлатҡан, йәнәһе лә, уның иҫәбендәге аҡсаның ҡайҙа киткәнен белергә, муттарҙың эҙенә төшөргә ярҙам кәрәк.
Ҡурҡҡан егет ризалашҡан. Тиҙҙән йәнә Мәскәүҙән "оператор" шылтыратып, алдан алынған кредитты ябырға кәрәклеген әйткән.
Егет 220 мең һум аҡсаһын иҫәптән алып, телефондан әйтелгән номерға күсергән.
Икенсе көндө тағы ла кредитты ҡапларға ҡушҡандар. Был юлы кредит 50 мең һум булған.
"Муттарҙың схемаһына төшөнгәс, бер нисә көндән бәйләнешкә сығырбыҙ", - тигәстәре, егет тағы шылтыратыу көткән, әммә бушҡа.
Шунан һуң ғына егет үҙенең кибермуттарҙың тоҙағына эләгеүен аңлаған.
Номерҙы алыштырыу сервисы менән файҙаланған муттарҙы полиция эҙләй.
Зинһар, һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.