Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2020, 04:11

Бүлешергә теләмәһәң...

Бер ваҡыт һандуғас сәскә атып ултырған ҡыуаҡты күргән дә, шунда ҡунып, емеш­тәрен көтмәксе бул­ған. Билдәле инде, емеште үҙе генә аша­ғыһы килгән, башҡа­ларҙы яҡын да юлат­маған.

Эй, ултыра, ти, ҡош­соҡ, эй, ултыра, ти. Сәскәләр уры­ны­на емеш тә тумала башлаған. Көндәрҙән бер көндө тумалаҡ­тарҙан емеш урынына... мамыҡ килеп сыҡмаһынмы?! Мамыҡ ҡыуаҡсығы булған бит!
Шул саҡ һандуғас янына кәкүк килә.
– Күрҙеңме инде? Әгәр ҙә яныңа башҡаларҙы килтерһәң, беҙ һиңә бының емеше булмауын әйтер инек. Һин һаранлығың өсөн яза алдың, – тигән ул һары ҡошсоҡҡа.
Шулай инде, үҙе тураһында ғына уйлаусы ярҙам итергә теләү­селәрҙән дә ҡолаҡ ҡаға ҡайһы саҡ.
Фото: Айсын АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас