Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октября 2020, 15:55

Бөтә донъя почта көнө менән!

Барлыҡ хат ташыусыларҙы, почта хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайбыҙ! Имен-һау эшләгеҙ, гәзит-журналдарға яҙылыусылар тағы ла күберәк булһын!Сайтта:

1969 йылда Токио ҡалаһында үткән XVI Халыҡ-ара почта союзы конгресында йыл һайын 9 октябрҙә Бөтә донъя почта көнөн билдәләргә тәҡдим ителә. Был дата юҡҡа һайланмай, тап ошо көндә 1874 йылда хат ташыусылар союзы төҙөлә. Халыҡ-ара почта 6800 ҡулланыусының телендә һөйләшә һәм донъяла иң оҙон почта ташыусы селтәр һанала.
Почта хеҙмәткәрҙәренең был берҙән-бер байрамы түгел, июлдең һәр икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәй почтаһы көнө билдәләнә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас