Һәр ерҙәгесә, Күмертау табиптары «Ҡыҙыл зона»ла ике аҙналап тир түгә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, аҡ халатлылар төшөнкөлөккә бирелмәй. Уларға дәүләттән тыш урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә. Бына әле табиптар бүләккә велотренажерҙар алып ҡыуанған. Спорт ҡорамалдары эштән һуң ял итеү өсөн ятаҡтарҙа урынлаштырылған.
«Рәхмәт йөҙөнән ниндәй ҙә булһа изге эш эшләгем килде. Уйланым-уйланым да тренажерҙар бүләк итергә булдым. Табиптар ауыр эш көнөнән һуң буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тейеш», - ти эшҡыуар Илгиз Сабитов.