Башҡортостанда тағы ла бер байрам көнө барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡоролтай депутаттары ошо көндәрҙәге ултырышта был хаҡтағы ҡанун проекты буйынса фекер алышасаҡ. Парламентарийҙар 18 ғинуарҙа Хеҙмәт ветераны көнөн билдәләргә тәҡдим итә.
- Тап ошо көндө 1974 йылда СССР-ҙың Юғары советы президиумы ҡарары буйынса “Хеҙмәт ветераны” миҙалы булдырылған. Был миҙал менән эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәтселәр бүләкләнде, - тип билдәләй Ҡоролтай председателе Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәре буйынса, яңы ҡанундың концепцияһы республика хөкүмәтендә хуплау тапҡан. Хеҙмәт ветераны көнө, әгәр ҙә ҡанун ҡабул ителһә, һигеҙенсе иҫтәлекле көн буласаҡ.