Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октября 2020, 17:07

Сибайҙа 27 йәшлек егет “бер ярты” өсөн һатыусының бармағын һындырған

Был хаҡта Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Тулыраҡ:

Сибай ҡалаһында 27 йәшлек егеттең ҡылығы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереләсәк. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул ҡалалағы супермаркеттарҙың береһендә ике “ярты” араҡы алырға булған. Тик шешәләрҙең береһен генә кассала күрһәткән, ә икенсеһен кеҫәһенә йәшергән. Кассала шешә өсөн түләргә аҡсаһы булмаған һәм ул һатыусыға “машинаға сығып алам”, тип сығып киткән. Шул ваҡытта һатыусы уның кеҫәһендә тағы нимәлер барлығын күреп ҡалған һәм артынан сыҡҡан. Шешәләрҙең береһен ул кире ҡайтарған, икенсеһен егет бирмәгән – һатыусының бармағын һындырып ҡасҡан.
Һуңыраҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡараҡтың эҙенә төшкән. Уның элек тә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы билдәле.
Фото: pixabay.com
Читайте нас