Билдәле адвокат, Республика башлығы янындағы Кеше хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса советтың ағзаһы Алексей Зеликман бөгөн коронавирустан донъя ҡуйҙы. Был хаҡта уның улы Денис хәбәр иткән.
Үҙенең сире хаҡында адвокат яҡындарынан башҡа бер кемгә лә хәбәр итмәгән, кисә киске ундар самаһында коллегалары менән социаль селтәрҙәр аша аралашҡан. Улының һүҙҙәре буйынса, коронавирус уны ике көн эсендә еңгән.
Алексей Зеликман туҡһанынсы йылдарҙа билдәле булған Өфө радиоһы – “Титан”дың президенты Әлтәф Ғәлиевтың, Өфө ҡалаһы мэры урынбаҫары булып эшләгән Александр Филипповтың, адвокат Николай Чимчуктың һәм башҡа билдәле кешеләрҙең яҡлаусыһы булараҡ сығыг яһауы менән билдәле.