«Был аҙна ваҡиғаларға бай булды. 5 октябрҙә беҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләнек, 11-дә Республика көнө үтәсәк. Байрам алдынан беҙ республиканың дәүләт телдәренән белем биреүсе иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. БР хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән һеҙҙе конкурста еңеүегеҙ менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләйем!», — тип белдерҙе БР хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров
«Иң яҡшы уҡытыусылар, үҙ һөнәрҙәре оҫталары конкурсы тамамланды. Һеҙ мәғариф системаһында үҙ миссияғыҙҙы атҡараһығыҙ. Һеҙ балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекерен матур итеп еткерергә өйрәтәһегеҙ. Хәҙерге заман кешеһенең йәмғиәттә үҙен күрһәтә белеүе мөһим роль уйнай. Быларҙың барыһы ла тел уҡытыусыһына бәйләнгән. Һеҙ классиканы, әҙәбиәтте, йәмғиәтте яратырға өйрәтәһегеҙ, уҡыусыларҙа әхлаҡ нигеҙҙәрен булдыраһығыҙ», — тине министр.