Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октября 2020, 10:30

Октябрьскийҙың күп ҡатлы йорттары подъездарын ремонтлау дауам итә

Был эш БР башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл бында 27 йортта 81 подъезды тәртипкә килтереү планға ингән.

Ошо көндәрҙә бер төркөм чиновник Горький урамының 8-се һәм Свердлов урамының 51-53-се йорттарын тикшерҙе.
Бында подряд ойошмалары ағас тамбур ишектәрен, ағас тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырған, почта йәшниктәрен яңыртҡан, яҡтыртҡыстарҙы энергияны һаҡлаусыларға ҡуйған, ингән урындар ремонтланған, баҫҡыстарҙы буяған.
Йорттарҙа йәшәүселәр башҡарылған эшкә үҙ баһаһын бирә. Горький урамының 8-се йорто домкомы Фәнүзә Сәғит ҡыҙы белдереүенсә, кешеләр ремонтҡа ҡәнәғәт, сифатына риза.

Октябрьскийҙың күп ҡатлы йорттары подъездарын ремонтлау артабан да дауам ителәсәк.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас