Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октября 2020, 19:29

Коронавирус менән сирлеләр ҡайһы район-ҡалаларҙа иң аҙы?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткән тәүлек һөҙөмтәләре буйынса статистикаһын яңыртты.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 3762 кеше.
Икенсе урында Нефтекама ҡалаһы. Бында барлығы 514 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса тәүге урындарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы (388) һәм Туймазы ҡалаһы (371). Бәләбәйҙә – 351 һәм Салауатта - 333 сирле теркәлгән.
Иң аҙ сирлеләр һаны Межгорьела һәм Йылайырҙа – өсөшәр. Оҙаҡ ваҡыт иң аҙ сирлеләр һаны буйынса беренсе урында Бөрйән районы ине, әммә һуңғы көндәрҙә бында сирлеләр һаны ҡырҡа артҡан – ун бер кеше.
Әйтергә кәрәк, һуңғы тәүлектә Өфөлә сирлеләр һаны иң күбе артҡан - 37. Туймазыла ете кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған, берешәр кешегә – Октябрьский ҡалаһында һәм Дүртөйлө районында.
Фото: pixabay.com
Читайте нас