Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октября 2020, 04:55

«Аҡ барс» ҡапҡаһын «сихырлаған…»

«Салауат Юлаев» командаһы, Ҡазанда һигеҙенсе осрашыу рәттән хужаларҙы алдыра алмай йонсой.

Был юлы ла улар уҙғанындағы һымаҡ, ут күршеләргә бер үк иҫәпкә еңелде. Ә инде дөйөм «йәшел дерби»ҙа, «Аҡ барс» майҙанынан еңеү яулағаны юҡ. Өфөләр ике осор буйына хужаларға типә-тиң ҡаршылашҡандан һуң, һуңғыһында ҡапҡасыбыҙҙың хаталаныуы һәм дә хоккейсыларҙың тәртип боҙоуы ике голға килтерә. Дүртенсеһен улар буш ҡапҡаға индереп, икенсе уйын рәттән еңеү яулай.
Квартальновтың тәрбиәләнеүселәре өс осрашыу рәттән отолғас, ниһайәт юлаевсыларҙы алдырып, 19 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында икенсе урынға күтәрелһә, «Салауат Юлаев» клубы иһә, уларҙан бер мәрәйгә ҡала, өсөнсө.
Киләһе бәйгелә командабыҙҙы ваҡытлыса етәкләгән Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре «Себер» командаһын ҡабул итәсәк.
Фото:ТАСС
Читайте нас