Ул Венгрия спортсыһы Мартон Фучовичты дүрт сетта еңеп, ошо юғарылағы уңышҡа өлгәште. Бәйге рейтингы буйынса 13-cө урында билдәләнгән Рублев, үҙ карьераһында Ҙур шлем турнирҙарында өсөнсө тапҡыр ошондай баһаға иреште. Быға тиклем 2017 һәм 2020 йылда уҙған бәйгеләрҙә дүртенсе әйләнешкә барып еткәйне. Был юлы үтә алырмы, юҡмы инде…