2 октябрҙән алып 65 йәштән ололар үҙизоляция режимына күсергә тейеш. Урамға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу һәм баҡсаға барыу йә элемтә хеҙмәтен ойоштороу өсөн генә сығып йөрөргә рөхсәт ителә. Шулай уҡ уларға киҙеүгә ҡаршы вакцинация үтергә тәҡдим ителә.
«Башҡа Рәсәй граждандарына, шулай уҡ сит ил граждандарына һәм республика биләмәһендәге гражданлыҡтары булмаған башҡа кешеләргә лә үҙизоляция режимын тотоу маҡсатҡа ярашлы булыр, тип иҫәпләнә” – тиелә указдың үҙгәртелгән пунктында.