Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар исемлегенә йәнә 46 кеше өҫтәлде. Пандемия башланған көндән дөйөм һан 9 мең 7 осраҡҡа етте. Әле 757 кеше ауырый, уларҙың 84-е стационарҙарҙа, 673-сө амбулатор шарттарҙа дауалана. Ике пациент ауыр хәлдә, уларҙың береһе тын юлдарҙын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 2 кеше һауыҡҡан. Үлем статистикаһы 42 осраҡҡа етте.