- Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, уға нимә яҙаһың шул хәтерҙә ҡала. Өләсәйҙәрҙең баллитәкле күлдәктәрен кейеп, яулыҡтарын яҙып ябыныуҙары, иртән сәхәргә тороуҙары беҙҙең быуын кешеләренең әле лә хәтерендә.Бәйгелә бөтәһе һигеҙ бала ҡатнашты. Улар ҙа ололар кеүек, сүрә, аяттарҙы уҡып ишеттерҙе, унан һуң матур итеп теләктәр теләне, бергәләшеп мөнәжәт әйтте. Барыһы ла яҡшы сығыш яһаны. Шулай ҙа 1-се урын Хәсәнова Айгүзәлгә, 2-се урын Йәһүҙина Айгизәгә, 3-сө урын Исмәғилева Гөлсибәргә бирелде. Хажина Карина, Кинйәбулатова Лиана, Элина, Кинйәбулатов Тимур һәм Динисҡа конкурста ҡатнашҡаны өсөн Диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Балаларҙың "Шат йондоҙҙар" (етәксеһе Р. Бәхтиева) исемле фольклор ансамбле "Хаҡ мосолман булайыҡ" тигән күмәк мөнәжәте бәйгенең махсус призына лайыҡ булды. Конкурс һуңынан барыһы ла йәмле сәй табынына йыйылды, - тип хәбәр итә Рәүилә Хәсәнова.