Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2020, 11:33

Коронавирус менән сирлеләр һаны кәмемәй

Һуңғы тәүлектә тағы 44 кеше был яман сирҙе эләктергән. Тулыраҡ:

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 44 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 8917 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, барлығы республикала 678 кеше коронавирус менән сирләй. бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 82 кеше дауалана. Ҡалғандар амбулатор шарттарында күҙәтелә. Ике кеше ауыр хәлдә, тип билдәнә.
Вирус ҡорбандарының һаны, элеккесә, 41 кеше. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 сентябрҙә 70 һәм 57 йәшлек ирҙәрҙең һәләк булыуы билдәле булғайны.
Сир тарала башлағандан алып 8198 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 72 кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас