Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2020, 17:52

Кәрәген алған йүнһеҙ ир! 81 йәшлек әбейҙән туҡмалған!

Белорет районының Инйәр ауылында булған был хәл.

81 йәшлек ҡатын тыныс ҡына урамдан китеп барғанда, уға 34 йәшлек ир һөжүм иткән - сумкаһын тартып алырға маташҡан.
Әммә бер мең һум аҡсаһы ятҡан сумканы оло кеше бирергә теләмәй, үҙенең мөлкәтенә сат йәбешкән. Һәм икенсе ҡулындағы таяғы менән кеше талаусыны ҡыйыу "тызыҡлаған".
Уның ярҙам һорап ҡысҡырыуына ауылдаштары йүгереп килеп, ирҙе тотҡандар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килгәнгә тиклем ебәрмәгәндәр.
Асыҡланыуынса, был бәндә кеше талағаны өсөн бер тапҡыр ултырып та сыҡҡан икән. Хәҙер икенсегә үҙ шөғөлөнә тотонмаҡсы булған да, сая ҡатынға юлыҡҡан.
Батыр әбекәйгә афарин!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас