Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2020, 18:24

Ишембай районында фажиғә

15 йәшлек үҫмер машинаны ремонтлағанда һәләк булған.


Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан яңылыҡтар хеҙмәтенә хәбәр итеүҙәренсә, 1 октябрҙә кисен УГАТУ колледжының 15 йәшлек студенты үҙҙәренең ихатаһында «Ока» автомобилен ремонтлау менән булышҡан. Ҡайһылыр арала автомобиль домкраттан шыуып төшөп, үҫмерҙе иҙгән.
Яҡындары уны тапҡанда, ул тын алыуҙан туҡтаған булған.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: ГТРК ТВ
Читайте нас