Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октября 2020, 19:38

Өфөлә тележурналист Галина Заводникова 35 йәшендә донъя ҡуйҙы

Коллегалары хәбәр итеүенсә, журналист беренселәрҙән булып “ҡыҙыл зона”ла эшләүсе табиптар тураһында репортаж төшөргән.

Бөгөн Өфөлә 35 йәшлек тележурналист Галина Заводникованың был донъянан китеп барыуы хаҡында билдәле булды. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында эшләгән журналистың ваҡытһыҙ үлеме хаҡында коллегалары хәбәр итте.
- Ул һәр ваҡыт тормош ҡайнап торған ерҙә булырға тырышты. Уның йондоҙо балҡып янды ла, ҡыҫҡа ғына юлды яҡтыртып, беҙгә хәтирәләр эҙен генә ҡалдырып һүнде, - тип яҙа уның коллегалары.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, Галина үҙ эшен ысынлап та яратҡан журналист булып танылған. Уның репортаждары боҙло һыу аҫтында ла, хәрби техниканың тәгәрмәстәре аҫтында ла төшөрөлгән. Галина республика журналистары араһында беренселәрҙән булып “ҡыҙыл зонала” коронавирус менән көрәшеүсе табиптар хаҡында репортаж эшләгән.
Галинаның туғандарының, дуҫтарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Башҡортостан” дәүләт телералиокомпанияһы
Читайте нас