«Яралы Салауат»та, хатта ҡапҡа һаҡсылары ла юҡ… Улар тегенән-бынан өс ҡапҡа һаҡсыһын табып, ғөмүмән, бөтөн составты йәш елкенсәк менән тулыландырып, ҡунаҡҡа юлланды. Бер яҡтан һәйбәт, ҡасан «Салауат Юлаев» формаһын кейеп, уларға уйынға сығырға бәхет йылмайыр ине әле?.. Әйҙә, тырышһындар. Бәлки ҡайһы берҙәре асылып китеп, төп составта ла ҡалыр, үҙ-ара конкуренция ла тыуыр… Нимә генә тимә, киттеләр инде. Моғайын, әйләнеп ҡайтыуҙарына, тегеләр ҙә һауығыр. Һәр хәлдә, шуны теләйек.