

Көндөҙ Туймазы районының Төмәнәк ауылында 51 йәшлек ир ВАЗ-2110 машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Аварияла 63 йәшлек пассажир ҡатындың ғүмере ҡыйылған.
Кискә ҡарай Бәләбәй ҡалаһында 48 йәшлек ир, КАвЗ автобусы водителе, 26 йәшлек ҡыҙҙы тапаған. Йәйәүле үлемесле яраларҙан дауаханала мәңгелеккә күҙен йомған.
Кисен Баймаҡ районында ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-2107 менән "Лада Гранта" машиналары бәрелешкән.
ВАЗ-дың 32 йәшлек водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.
"Лада"ның 71 йәшлек водителе, пассажиры (65 йәшлек ҡатын) - дауаханала.
Кисә көндөҙ Өфө районында 7 йәшлек малаҡай велосипедта кинәт юлға килеп сыҡҡан.
"КамАз"дың 58 йәшлек водителе баланы тапамаҫ өсөн рулде ҡырҡа ситкә бороп, машинаны ауҙарған.
Водитель дә, малай ҙа төрлө травмалар алған.
Тәүлек эсендә 2400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 31 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.