Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октября 2020, 18:42

Иҡтисад министрының яңы урынбаҫары итеп Азамат Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнелде

Был хаҡта министрлыҡтың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәи инвестиция буйынса сәйәсәт министрлығында кадрҙар үҙгәреше. Идаралыҡтың рәсми сайтындағы мәғлүмәткә яраҡлы, Азамат Ғөбәйҙуллин министрҙың яңы урынбаҫары итеп тәғәйенләнелгән.
- Ул инвестиция буйынса сәйәсәт һорауҙарын хәл итеүҙе, республикала инвестицион эшмәкәрлекте координациялау, инвестицион проекттарҙы комплекслы экспертизалау, уларҙың тормошҡа ашырылыуын күҙәтеү һәм ошо юҫыҡтағы башҡа эшмәкәрлекте үҙ өҫтөнә ала, - тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Азамат Ғөбәйҙуллин ике юғары белемгә эйә. 2004 йылда Төмән дәүләт нефть-газ университетын, 2016 йылда Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған. Был вазифаһына тиклем иҡтисад министрының ярҙамсыһы булып эшләгән.
Фото: Иҡтисад министрлығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас