Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2020, 13:57

Йәшлек шоу-2020!

Быйыл фестиваль тотош Рәсәйҙә үткәрелә, унда 16 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала.

Фестивалдең марафоны Өфөлә 18 сентябрҙә старт алды.
26 сентябрҙә профессионалдар командаһы республика һәм Рәсәй буйлап һайлау турҙарына юлға сыҡты.
6 октябрҙә, мәҫәлән, улар алдында Учалы район мәҙәниәт йортонда Учалы, Белорет, Сибай йәштәре үҙ һәләтен күрһәтәсәк.
Әйткәндәй, һәр һайлап алыу турынан һуң ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә.
Һайлап алынған йәш таланттар 17-18 ноябрҙә концертта сығыш яһап, ярышасаҡ.
Ә гала-концерт 20 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас