"Әгәр ҙә Советтар Союзын һаҡлап ҡалып булһа, донъябыҙ тотороҡлораҡ, хәүефһеҙерәк, ғәҙелерәк булыр ине", - тигән Горбачев әфәнде Британияның "The Times" баҫмаһына интервью биргәндә.
Булманы шул... СССР-ҙың экс-президенты шулайтып та өҫтәгән: "Илде тарҡатыу перестройканың һуңғы нөктәһе түгел ине. Беҙ былай булырын теләмәнек".
Горбачев үҙ сәйәсәтенең ыңғай яҡтарын да һанап киткән: "һалҡын һуғыш"тың туҡтауы, ядро ҡоралын кәметеү буйынса килешеү, һүҙ һәм дин азатлығы, илдән сығып йөрөүҙең ирекле булыуы, күп партиялылыҡ, альтернатив һайлауҙар.
Тарҡалыуға килтергән сәбәптәр араһында шулар бар: партияны үҙгәртеп ҡороуҙың һуңлауы, үҙәкләштереүҙе бөтөрөү (йәғни "децентрализация СССР") мәсьәләһе, ҡыйыу иҡтисади реформаларҙың етмәүе.
Үткәндәргә бәйле уйланыу яҡшы ла. Тик ул илде кире ҡайтармаясаҡ. СССР - тарихта ҡалған ил. Бөгөнгө Рәсәй - ысынбарлыҡ. Ундағы тотороҡлолоҡто һаҡларға кәрәк. Хәүефһеҙ һәм ғәҙел донъя ҡайҙа икән ул?..
Фото: Википедия.