Водитель уға һылтанма ебәргән, йәнәһе лә, шунда инеп, билет алырға кәрәк.
Һылтанма буйынса күскәс, билет алыр өсөн ҡатын үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен һәм банк картаһының реквизиттарын яҙған.
Шунан һуң ҡатындың картаһынан бөтә булған аҡсаһы - 16 мең һумдан елдәр иҫкән.
Асыҡланыуынса, ул муттарҙың тоҙағына эләккән...
Шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, банк картаһы реквизиттарын теләһә кемдәргә яҙмағыҙ, зинһар, дуҫтар.
Көн һайын тиҫтәләрсә кеше аферистарҙан алдана бит.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.