Атап әйткәндә, Мәскәү янындағы Егорьевск дауаханаһында эшләгәндә һәләк булған 28 йәшлек Наил Саматовтың, Республика клиник психотерапия үҙәгенән 54 йәшлек балалар психотерапевты Лариса Нурлығаянованың, Стәрлетамаҡтан 57 йәшлек шәфҡәт туташы Флүрә Әҙелгәрәеваның, ошо уҡ ҡаланан 63 йәшлек табип-невролог Ринат Дашкиндың, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының неанотологы Елена Смирнованың, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” водителе 54 йәшлек Радик Исхаковтың, Салауат дауаханаһының 40 йәшлек рентгенлаборанты Инна Гарифуллинаның, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының 56 йәшлек шәфҡәт туташы Елена Никанорованың, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 54 йәшлек табип-иммунологы Олеся Дәүләтнурованың, Октябрьский ҡалаһынан 62 йәшлек табип-терапевты Сәфәрбәк Одинаевтың рәсемдәре урын алды. Был табиптарҙың фамилиялары COVID-19 падемияһы осоронда һәләк булыусы медиктарҙың хәтер исемлегенә инде.