Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября 2020, 12:40

Радий Хәбировтың тағы бер указы

БР Башлығы Радий Хәбиров республиканың Премьер-министры вәкәләттәре тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.

Хөкүмәттең Премьер-министры итеп Андрей Назаров 17 сентябрҙә тәғәйенләнде. Башлыҡ указы менән уның яуаплылығы билдәләнде.
Министрҙар кабинеты етәксеһенә түбәндәге документтарға ҡул ҡуйыу хоҡуғы бирелә:
- министрлыҡ, дәүләт комитеттары, ведомстволар, социаль-иҡтисади үҫеш стратегиялары, аппараттағы хеҙмәткәрҙәр, хеҙмәт автомобилдәре һаны буйынса документтарға;
- Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында бирелгән отчеттарға;
- хөкүмәттең резерв фондынан бюджет ассигнованиелары бүлеү тураһында күрһәтмәләргә.
БР Хөкүмәте Аппарат структураһы, урынбаҫарҙар, дәүләт органдары етәкселәре мәсьәләһен БР Башлығынан хуплатырға тейеш. Шулай уҡ хөкүмәт күрһәтмәләрен дә Башлыҡ Хакимиәте ҡарарға тейеш.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас