Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 3674 кеше.
Икенсе урында Нефтекама ҡалаһы. Бында барлығы 523 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса тәүге урындарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы (380). Бәләбәйҙә – 344 сирле теркәлгән.
Иң аҙ сирлеләр һаны Межгорьела һәм Йылайырҙа – өсөшәр.
Әйтергә кәрәк, һуңғы тәүлектә Өфөлә сирлеләр һаны иң күбе артҡан - 28. Яңы сирлеләр шулай уҡ Салауат ҡалаһында, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондарында ла теркәлгән – дүртешәр кеше.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 40 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 8748 кешегә етте.