Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября 2020, 17:35

Башҡорт ырыуҙарының үҙ картаһы буласаҡ

1 октябрҙә “Торатау" Конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтә. Унда “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” күрһәтеләсәк. ⏬

Халҡыбыҙ ырыуҙарының айырым бер картаһын төҙөү, һәр береһенең тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү һәм заманса талаптарға яралаштырыу ниәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойоштора. Ултырышта шулай уҡ БДБҠ һәм Рәсәйҙең геральдистар берлегенең уртаҡ ижад емеше—башҡорт ырыуҙарының гербтары күрһәтеләсәк. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының айырым картаһы төҙөлгән. Уның да, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының мәҙәниәтенә һәм тарихына арналған “Без башҡортлар” тип исемләнгән китаптың да исем туйы уҙасаҡ.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиумы рәйесе Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе, БР Милли архивы етәксеһе Азат Ярмуллин, Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Ағылғужин, БДУ география факультетының физик география, картография һәм геодезия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Илдар Вилданов, Рәсәй геральдистар берлеге идаралығы ағзаһы, тарих фәндәре магистры Кирилл Переходенко һәм Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов сығыш яһаясаҡ.
Сараға башҡорт ырыуҙары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район бүлексәләренең башҡарма комитеттары рәйестәре саҡырылған.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас