Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября 2020, 12:20

Ғәрип ҡатынды фатирынан ҡыуып сығармаҡсылар

#Йәшлек

Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе Эльза Янабаева бала сағында юл фажиғәһенә тарығандан һуң ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Эльза бирешмәй, инвалид креслоһында ултырған килеш спорт менән шөғөлләнә башлай. Үҙенең ныҡышмаллығы менән фехтование буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ була.
Биш йыл элек спортсыға Шишмә ҡасабаһында социаль торлаҡтан фатир биргәндәр. Килешеүҙә уның биш йылға һәм артабан оҙайтылыу ихтималлығы күрһәтелгән. Республиканың торлаҡ төҙөлөшө фонды фатирҙы 30 сентябргә тиклем бушатырға ҡуша. Йә уға фатирҙы 1 миллион 200 мең һум хаҡҡа һатып алырға тәҡдим ителә. Беренсе төркөм инвалиды торлаҡты үҙенә ҡулайлаштырып ремонт эшләткән. Ошо маҡсатта кредит та алған. Ҡапыл ғына ундай сумманы табыу мөмкин түгел, ти ул.
Фондтан белдереүҙәренсә, райондар буйлап ошондай 200 торлаҡ иҫәпләнә. Уларҙы фонд һатыу яғын ҡарай. Тимәк, фехтование буйынса юғары уңыштарға ирешкән спортсы ханыма торлаҡлы булыу өсөн артабан да көрәшергә тура киләсәк.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас