Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября 2020, 09:15

Матурмы?

Баш ҡалабыҙҙа эреле-ваҡлы арт-объекттар барлыҡҡа килеп тора. Ҡайһыһы мәғәнәһеҙерәк, ҡайһыһы ысын һәйкәл булырлыҡ, тигәндәй. Бына тағы яңыһын ҡороп ҡуйғандар.

Алма менән груша. Скульптура "Тәбиғәт байлыҡтары" тип атала икән. "Алтын көҙ" байрамы уңайынан "Аристократ" торлаҡ комплексы янына баҫтырып ҡуйғандар.
Башҡа урам арт-объекттарына ҡарағанда, былар тураһында кире фекерҙәр юҡ, имеш. Әллә ысынлап та алтынлығы йәлеп итте, әллә кеше ялдарҙа үҙ мәшәҡәте менән булды. Хатта ҡәтғи булып ҡыланыусы тәнҡитсе-галеристар ҙа ыңғай фекер әйткән.
Нисек? Шәпме? Янында фотоға төшөп, интернет "яуларға" буламы? Һм...
Фото: "Башинформ".
Читайте нас