«Бөгөн мин «Ауыл тренеры» программаһына ярашлы аҡсалата сертификаттар тапшырҙым. Ошондай программа бөтә ил буйынса тик беҙҙең республикала ғына булдырылды. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла спортты үҫтереүгә маҡсат ҡуйҙыҡ. Ауылдарҙа халыҡтың 40 проценты йәшәй һәм беҙ ҡалала йәшәүселәргә генә түгел, ә ауыл халҡына ла уңайлы тормош шарттары булдырырға тейеш. Балаларҙы яратҡан шөғөлөнә өйрәтә алмау, спорт секцияларының, тренерҙарҙың булмауы – уңайлы тормошмо һуң?»
Башҡортостан Спорт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер ауылда эшләү өсөн 131 тренер кәрәк. Райондарҙа талап ителгән спорт төрҙәре иҫәбендә — йөҙөү, спорт көрәше һәм көрәш.