Нимәһе һөйөнөслө - бына икенсе йыл рәттән урмандарҙа ҡырҡылғанына ҡарағанда ултыртылғаны күберәк, графиктан 103 процентҡа арта.
Бөгөн ауыл-ҡала кешеләре ағастарҙы геройҙарға һәм Еңеүгә арнаны. Бынан ары Иглин районында Максим Петряшов аллеяһы үҫәсәк. Баҡалылар "ҡара генерал" Даян Мурзинға һәм Советтар Союзы Геройы Талип Нуркаевҡа арнап аллея ултыртты. Кушнарендағы аллея Фазылйән Әхмәлетдиновҡа арналды. Сибайҙа Советтар Союзы Геройы Федор Белов исемендәге скверза "Фронт әхирәттәре аллеяһы" үҫәсәк.
Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа тиҙерәк ерегеп китһендәр өсөн эре үлсәмле ағастар ултыртылған.