Өфөлә иртәгә Ленин һәм Революцион урамдары киҫелешендә транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Сәбәп: юлдағы ремонт.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 сентябрҙә таңғы 6-нан төнгө 24 сәғәткәсә юл ябылып тора. Был ваҡытта йәмәғәт транспорты ла маршрутын бер аҙ үҙгәртәсәк.
Бөгөн иһә Менделеев урамында юл хәрәкәте сикләнә.
Аңлап ҡабул итегеҙ, ти етәкселек.