Уға июлдә 85 йәш тулғайны, улы әсәһенең юбилейы айҡанлы Инстаграмда пост яҙғайны. Был ҡотлауҙа: "Бөгөн минең өсөн оло байрам - ҡәҙерле әсәйемә 85 йәш. Уның сабыр аҡылына, оло йөрәгенә, көслө рухына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Төплө кәңәштәре, йылы ҡарашы һәр саҡ миңә яҡты маяҡ булып тора", - тигән башҡортса юлдар бар ине.