Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября 2020, 19:30

“Үҙемде яҡшы тоям”: Тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүсе табип тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Бөгөн COVID-19-ға ҡаршы прививка алыусылар хаҡында хәбәр иткәйнек.

Әле бер тәүлек үтте. Кисә вакцинация үтеүсе тәүге ун табиптың береһе, Республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләүсе Надежда Колесникова үҙен бик яҡшы тоя.
— Прививка алғанға тиклем хәлем нисек яҡшы булды, әле лә шулай. Процедура ваҡытында бер ауыртыу ҙа һиҙмәнем, шул уҡ грипҡа ҡаршы прививка кеүек инде, — тип уртаҡлашты Надежда.
Табип һөйләүенсә, һәр ирекмән көндәлек алып барырға тейеш — ай дауамында үҙеңде күҙәтергә һәм үҙгәрештәрҙе яҙып барырға кәрәк.
Вакцинациялау ике этапта үткәрелә, теүәл өс аҙна үткәс, табиптарға прививканың икенсе өлөшө яһала. Һәр аҙна һайын белгестәр антиматдәләҙе асыҡлау маҡсатында тикшереү үтә, уларҙың күпме ваҡыттан килеп сығыуы билдәһеҙ.
Читайте нас