Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября 2020, 14:25

Бер кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында

Предприятие 17 миллионлыҡ дарыуҙы юҡ иткән.

Өфөнөң Дим районы суды «Иммунопрепарат» предприятиеһы яуаплы вазифа биләгән хеҙмәткәрен РФ Енәйәт кодексының 1,1 бүлегенең 293-сө статьяһы буйынса хөкөм иткән. Ул 17 миллионлыҡ дарыуҙы юҡҡа сығарыуҙа ғәйепләнә.
2018 йылдың мартында дарыуҙарҙы тикшергәндә уларҙыҡ тоноҡ төҫтә булыуы, үтә күренмәлек талаптарына яуап бирмәүе асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, препаратты яһағанда сифатһыҙ желатин ҡулланылған. Ойошманың ойоштороу- тәғәйенләү,административ- хужалыҡ функциялары өсөн яуаплы ҡатын был сеймалды ҡулланыуға рөхсәт биргән.
Предприятиеға 17 миллионлыҡ зыян килгән.
Читайте нас